Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ЛӘМӘҘ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

ТҮБӘНГЕ ЛӘМӘҘ, Иглин р‑нындағы ауыл, Ләмәҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 65 км һәм Оло Теләк т. юл ст. К. табан 25 км алыҫлыҡта Ләмәҙ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1048 кеше; 1920 — 1608; 1939 — 1257; 1959 — 772; 1989 — 652; 2002 — 673; 2010 — 707 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Урман‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ураҙ исеме м‑н (аҫаба башҡорт Ураҙ Урманов исеменән) нигеҙ һала. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырған ваҡытта яндырылған, һуңыраҡ хәҙ. исеме м‑н тергеҙелгән. 1795 й. 34 йортта 217 кеше йәшәгән, 1865 й. 104 йортта — 557 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. улус идараһы урынлашҡан; мәсет, 8 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Н.Зиннуров, В.Ә.Йомағужин, М.З.Мәүлитова, З.Й.Рәхмәтуллина, И.Н.Хлопин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019