Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ МАНШЫР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 401

ТҮБӘНГЕ МАНШЫР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 159 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 883 кеше; 1920 — 1138; 1939 — 1100; 1959 — 792; 1989 — 579; 2002 — 578; 2010 — 549 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Маншыр а. (хәҙ. Илеш р‑ны Үрге Маншыр а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 27 йортта 155 кеше йәшәгән, 1865 й. 73 йортта — 431 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, ел һәм 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1867 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. М.Ф.Кәримов, З.Х.Солтанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019