Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ МӘМБӘТША, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 371

ТҮБӘНГЕ МӘМБӘТША, Т а у л ы ҡ а й, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 112 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Ҡоруйыл й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 675 кеше; 1920 — 263; 1939 — 276; 1959 — 103; 1989 — 108; 2002 — 97; 2010 — 75 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 19 б. 70—80‑се йй. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Мәмбәтша а. (хәҙ. Үрге Мәмбәтша а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1917 й. тиклем Т.М. һәм Үрге Мәмбәтша аа. бергә иҫәпкә алына. 1917 й. Түб. Мәмбәт булараҡ теркәлгән, 26 йортта 133 кеше йәшәгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, икенсе атамаһы йорт старшинаһы Таулыҡай Ҡотлобаев исеменә бәйле. Х.Назар ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019