Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ҺАРЫБИЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 339

ТҮБӘНГЕ ҺАРЫБИЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 82 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 133 кеше; 1920 — 399; 1939 — 410; 1959 — 214; 1989 — 137; 2002 — 121; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Орск өйәҙендә урыҫ күскенселәре Һарыбил утары булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Һарыбик(н), Иҫке Һарыбил исемдәре м‑н билдәле булған. 20 б. 20‑се йй. Үрге Һарыбил утары айырылып сыҡҡандан һуң хәҙ. исемен, 50‑се йй. алып хәҙ. статусын ала.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019