Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ҺИКЕЯҘ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 384

ТҮБӘНГЕ ҺИКЕЯҘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Һикеяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Һикеяҙ й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 491 кеше; 1920 — 1077; 1939 — 1200; 1959 — 918; 1989 — 579; 2002 — 551; 2010 — 459 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡыр‑Танып улусы Мәнәгәҙ һәм Илекәй (хәҙ. Иҫке Илекәй а.) аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Һикеяҙ исеме м‑н нигеҙ һала, 1834 й. алып билдәле. 1865 й. 27 йортта 174 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башынан Үрге Һикеяҙ а. (хәҙ. Тәтешле р‑ны Иҫке Һикәяҙ а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019