Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ САТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 503

ТҮБӘНГЕ САТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Ҡараһаҡал й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 557 кеше; 1920 — 417; 1939 — 351; 1959 — 324; 1989 — 229; 2002 — 268; 2010 — 219 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Урман‑Гәрәй улусы Сат а. (хәҙ. Үрге Сат а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Түб. Сәйет исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 18 йортта 89 кеше йәшәгән, 1865 й. 78 йортта — 376 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эше, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище булған. 1906 й. мәсет (1874 й. төҙөлгән), 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019