Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ СЕРЕККҮЛ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 498

ТҮБӘНГЕ СЕРЕККҮЛ, Илеш р‑нындағы ауыл, Сереккүл а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 9 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 116 км алыҫлыҡта Иҫәнйылға й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 537 кеше; 1920 — 750; 1939 — 897; 1959 — 579; 1989 — 457; 2002 — 558; 2010 — 573 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сереккүл исеме м‑н нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 18 б. 2‑се ярт. Үрге Сереккүл а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен алған. 1795 й. 11 йортта 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 315 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. М.Ғ.Ғөбәйҙуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019