Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ СӘЙЕТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 371

ТҮБӘНГЕ СӘЙЕТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Баҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 874 кеше; 1920 — 867; 1939 — 910; 1959 — 382; 1989 — 165; 2002 — 141; 2010 — 106 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1717 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы Баҡай а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Таулар а. яһаҡлы татарҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) Сәйет исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Сәйет Аблаев исеменән) нигеҙ һала. 1795 й. (хәҙ. исемдә) 19 йортта 66 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта — 399 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019