Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ СӘРҘЕК, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 533

ТҮБӘНГЕ СӘРҘЕК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Инеш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 933 кеше; 1920 — 1298; 1939 — 570; 1959 — 297; 1989 — 200; 2002 — 192; 2010 — 209 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Татар‑Олҡан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1626 й. алып билдәле. Шулай уҡ Бигән, Сәрҙек‑Бигән исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 39 йортта 187 кеше йәшәгән, 1865 й. 100 йортта — 532 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған. К.М.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019