Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТАҺИР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 352

ТҮБӘНГЕ ТАҺИР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 63 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 335 кеше; 1920 — 556; 1939 — 285; 1959 — 53; 1989 — 463; 2002 — 552; 2010 — 498 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Темәс урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Мәхмүт һәм Таһир (хәҙ. Үрге Таһир а.) аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Нурғәли исеме м‑н нигеҙ һала, 19 б. 1‑се ярт. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе йорт яҫауылы Нурәли Хәнйәров исеме м‑н аталған. 1866 й. 48 йортта 272 кеше йәшәгән. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Х.Ҡунаҡбай ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019