Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТАУЛЫҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

ТҮБӘНГЕ ТАУЛЫҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 688 кеше; 1920 — 760; 1939 — 212; 1959 — 245; 1989 — 328; 2002 — 281; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 16 б. аҙ. — 17 б. башында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡултырһаҡ исеме м‑н (тархан исеменән) нигеҙ һала. 18 б. 30‑сы йй. Ҡотлоюл (сотник Ҡотлоюл Ҡултырһаҡов исеменән), 18 б. аҙ. алып Таулыҡай исеме м‑н (улус старшинаһы Таулыҡай Сураҡов исеменән) билдәле булған. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып киткән. 1795 й. 67 йортта 428 кеше йәшәгән, 1866 й. 118 йортта — 606 кеше. Малс‑ҡ һәм игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, Таулыҡай мәҙрәсәһе булған. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. башлап Әмин бүлендек ауылы Үрге Таулыҡай исемен алғандан һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Х.Рәхимов ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019