Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТАШБҮКӘН, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 346

ТҮБӘНГЕ ТАШБҮКӘН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ташбүкән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Оло Әрмет й. (Рәүҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 655; 1939 — 579; 1959 — 598; 1989 — 239; 2002 — 214; 2010 — 166 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Красноусол башҡ. гимназияһы филиалы), мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Ташбүкән а. (хәҙ. Үрге Ташбүкән а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. Т.Т. (Хәйбулла) 130 йортта 465 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа һәм алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған; шөғөлдәр араһында ағас әйберҙәр яһау теркәлгән. Г.Һ.Бохарова ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019