Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТАШЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 301

ТҮБӘНГЕ ТАШЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Ташлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 43 км алыҫлыҡта Ташшишмә й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 691 кеше; 1920 — 785; 1939 — 987; 1959 — 782; 1989 — 552; 2002 — 630; 2010 — 443 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ерекле урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1762 й. һәм 1783 й. араһында керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 15 йортта 105 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 233 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019