Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТИМКӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 310

ТҮБӘНГЕ ТИМКӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 631 кеше; 1920 — 880; 1939 — 837; 1959 — 365; 1989 — 193; 2002 — 189; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1801 й., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Тимкә а. (хәҙ. Үрге Тимкә а.) типтәрҙәре Тимкә исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. 1‑се ярт. алып Яңы Тимкә булараҡ иҫәпкә алынған. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 58 йортта 357 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. Р.Н. Шәйбәков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019