Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТӨКӨН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 335

ТҮБӘНГЕ ТӨКӨН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Төкөн т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 398 кеше; 1920 — 470; 1939 — 598; 1959 — 508; 1989 — 346; 2002 — 356; 2010 — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1739 й. алып Төкөн исеме м‑н билдәле. Һуңыраҡ, Урта Төкөн (хәҙ. Үрге Төкөн) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. Төкөн, Урта һәм Түб. Төкөн аа. бергә иҫәпкә алынған: 36 йортта 332 кеше йәшәгән, 1865 й. Т.Т. 46 йортта — 303 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019