Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТУҠБАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 354

ТҮБӘНГЕ ТУҠБАЙ, Ҡ а ш ҡ а я ҡ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 101 км алыҫлыҡта Ҡушҡаяҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 371 кеше; 1920 — 556; 1939 — 154; 1959 — 262; 1989 — 215; 2002 — 229; 2010 — 227 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Троицк өйәҙе Дыуан улусы Үрге Ҡаранай/Үрге Туҡбай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡаранай исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. Шулай уҡ Түб. Ҡаранай, Яңы Туҡбай исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 7 йортта 32 кеше йәшәгән, (17 б. 40‑сы йй. нигеҙләнгән Ҡаранай а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған), 1865 й. 40 йортта — 215 кеше. 19 б. уртаһынан 20 б. 20‑се йй. тиклем Т.Т. Туҡбай исеме аҫтында Үрге Туҡбай а. м‑н бергә иҫәпкә алынған (60‑сы йй. бер торама пунктҡа ҡушылған). Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 һыу тирмәне теркәлгән.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019