Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ УҪЫЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 478

ТҮБӘНГЕ УҪЫЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Уҫылы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 841 кеше; 1920 — 1008; 1939 — 928; 1959 — 577; 1989 — 435; 2002 — 399; 2010 — 444 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Уҫылытамаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1783 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 70 йортта 607 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. С.С.Асҡаров, И. Насыри ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019