Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ҮТӘШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 335

ТҮБӘНГЕ ҮТӘШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 7 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Тәршә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1254 кеше; 1920 — 864; 1939 — 596; 1959 — 444; 1989 — 453; 2002 — 426; 2010 — 420 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп (1‑се Яңы Балаҡатай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Бала‑Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үтәш исеме м‑н нигеҙ һала, 1717 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Үтәш Ҡотлоғужин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Үтәгән булараҡ теркәлгән. 1795 й. 54 йортта 232 кеше йәшәгән, 1865 й. 115 йортта — 687 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. улус идараһы урынлашҡан; 2 мәсет, мөгәзәй, 4 бакалея кибете иҫәпкә алынған. 1906 й. һәм 1913 й. араһында Үрге Үтәш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен алған. Р.Ә.Дәүләтшин ошо ауылда тыуған.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019