Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ЯЙЫҠБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

ТҮБӘНГЕ ЯЙЫҠБАЙ, Т ү б ә н г е Н у ғ а й, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 35 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Амандыҡ й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 520 кеше; 1939 — 154; 1959 — 148; 1989 — 155; 2002 — 163; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет (19 б. 2‑се ярт. архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып хәҙ. исеме м‑н (йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙаҡов исеменән) билдәле. 1920 й. тиклем Үрге Яйыҡбай а. м‑н бергә иҫәпкә алынған: 1795 й. 35 йортта 203 кеше йәшәгән, 1866 й. 108 йортта — 748 кеше, 1900 й. 170 йортта — 862 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019