Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ЯТВА, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 382

ТҮБӘНГЕ ЯТВА, C л а н ц ы, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 31 км һәм Белорет т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта Ятва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 24 кеше; 1959 — 238; 1989 — 188; 2002 — 133; 2010 — 64 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1917 й. һәм 1920 й. араһында Верхнеурал өйәҙендә Ятва утарҙары булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 15 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. башлап хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019