Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЖА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 429

УЖА, Я ң ы В е р х о т о р к а, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ужа й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 468; 1939 — 299; 1959 — 181; 1989 — 231; 2002 — 274; 2010 — 242 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1876 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Ҡазан губернаһы, Пенза һәм Өфө губернаһы күскенселәре Ужа ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 60 йортта 430 кеше йәшәгән. Игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 50‑се йй. — хәҙ. статусын ала. 80‑се йй. ауылға 1893 й. нигеҙләнгән Яңы Верхоторка а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019