Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҘЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 501

УҘЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 358 кеше; 1959 — 265; 1989 — 178; 2002 — 220; 2010 — 238 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың Ҡашҡалаша а. кешеләре Уҙыбаш а. урынында (18 б. 1‑се ярт. билдәле) бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 56 йорт теркәлгән. У. эргәһендә һары умырзая популяцияһын һаҡлау өсөн заказник ойошторолған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019