Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 589

УЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 66 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 254 кеше; 1920 — 265; 1939 — 233; 1959 — 554; 1989 — 294; 2002 — 279; 2010 — 262 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1635 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында мариҙар төпләнгән, улар 19 б. 2‑се ярт. тиклем йәшәгән). 1730 й. тиклем бында ш. уҡ шарттарҙа (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 й. 64 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 6 йортта — 43 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Айбулат, Ә(И)лмән булараҡ теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019