Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УПҠАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 390

УПҠАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Яубүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 128 км алыҫлыҡта Упҡанкүл (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 751 кеше; 1920 — 864; 1939 — 703; 1959 — 850; 1989 — 524; 2002 — 508; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (2‑се Асҡын урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 23 йортта 67 кеше йәшәгән, 1865 й. 72 йортта — 377 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған (1860 й. төҙөлғән). 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Упҡанкүл төбәге — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.Ә.Әсләмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019