Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҘ, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 361

УРАҘ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Учалы т. юл ст. К.-Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1289 кеше; 1920 — 1864; 1939 — 1240; 1959 — 848; 1989 — 972; 2002 — 1128; 2010 — 1051 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ураҙ аграр лицейы, балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са тартып алынған] типтәрҙәр Миңлебай исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе сотник Миңлебай Ишмәнов исеменән) нигеҙ һала. 1795 й. 29 йортта 204 кеше йәшәгән, 1866 й. 139 йортта — 758 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, почта станцияһы булған. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен (Ураҙ Ҡәйепов исеменән) йөрөтә. 1900 й. 2 мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. Ғ.З.Аллаяров, Т.Й.Ғиниәтуллин, Н.Х.Заһиров, Ө.Ғ.Зиннуров, Ғ.Иҙрис ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019