Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЗАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 347

УРАЗАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 67 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 621 кеше; 1920 — 633; 1939 — 541; 1959 — 418; 1989 — 280; 2002 — 289 кеше. Мариҙар йәшәй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб (“Ший памаш” мари халыҡ фольклор ансамбле) бар.

    Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡыр‑Унлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәрнигеҙ һала, 1802 й. алып билдәле. Шулай уҡ Йүкәсе исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 61 йортта 357 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 3 бакалея кибете иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019