Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҘБАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 565

УРАҘБАЙ, Һ ә л ә ү е к б а ш, Ишембай р‑нындағы ауыл, Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Салауат т. юл ст. Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 807 кеше; 1920 — 903; 1939 — 867; 1959 — 936; 1989 — 578; 2002 — 652; 2010 — 638 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үрге Этҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 26 йортта 163 кеше йәшәгән, 1865 й. У. (Ураҙбаҡай) 84 йортта — 601 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, 2 һыу тирмәне теркәлгән. М.А.Сабитов ошо ауылда тыуған.

Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019