Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҘБАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 285

УРАҘБАЙ, У р ы ҫ б а й, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 126 км алыҫлыҡта Йылайыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 273 кеше; 1920 — 342; 1939 — 217; 1959 — 180; 1989 — 244; 2002 — 233; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ғәлиәхмәт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1858 й. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Ултыраҡ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ураҙбай Ултыраҡов исеме м‑н аталған. 1866 й. 39 йортта 176 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, мәҙрәсә теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019