Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘН, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 644

ҮҘӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Үҙән а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Үҙән й. (Төньяҡ Үҙән) тамағында, Үҙән һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 5762 кеше; 1920 — 5961; 1939 — 3220; 1959 — 2548; 1989 — 1754; 2002 — 1441; 2010 — 1140 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар йорто, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Үҙән заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. 414 йортта 2955 кеше йәшәгән. Сиркәү, часовня булған. 1900 й. сиркәү, 3 мәктәп, 4 һыу тирмәне теркәлгән. Т.И.Немкова, К.И.Туленков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019