Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ БАЛТАС, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 377

ҮРГЕ БАЛТАС, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түб. Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Яманшур й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 314 кеше; 1920 — 296; 1939 — 236; 1959 — 296; 1989 — 200; 2002 — 185; 2010 — 189 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға 1670 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1673 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Өфө-Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар Балтас(ч) исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. Үрге Балтас (Үрге Вотокас) булараҡ теркәлгән, 31 йортта 195 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019