Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ БАРАБАНОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 404

ҮРГЕ БАРАБАНОВКА, У c а ҡ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Максимов а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 505 кеше; 1920 — 468; 1939 — 468; 1959 — 407; 1989 — 281; 2002 — 257; 2010 — 196 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са (1792 й. рәсмиләштерелгән) Елов исеме м‑н яһаҡлы удмурттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Арҡа булараҡ билдәле. 1748 й. Оло Барабан а. (хәҙ. Пермь крайы терр‑яһында) м‑н бергә иҫәпкә алынған, 68 ир‑ат теркәлгән, 1859 й. Ү.Б. 35 йортта — 236 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019