Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ БӘГӘНӘШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 451

ҮРГЕ БӘГӘНӘШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 330 кеше; 1920 — 476; 1939 — 231; 1959 — 212; 1989 — 97; 2002 — 105; 2010 — 95 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Бәгәнәш-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 17 б. аҙ. алып Теләш исеме (тархан Теләш Бәгәнәшев исеменән) м‑н билдәле. Һуңынан Бәгәнәш, 18 б. аҙ. Бәгәнәш‑Әбүкән (ер биләүсе Әбүкән Исмәғилев исеменән) булараҡ теркәлгән. 1795 й. 67 йортта 449 кеше (халҡы 18 б. уртаһында нигеҙләнгән Түб. Бәгәнәш а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. Үрге Бәгәнәш‑Әбүкән а. 70 йортта — 458 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тимерлек теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019