Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 632

ҮРГЕ БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 17 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1144 кеше; 1920 — 1482; 1939 — 1115; 1959 — 828; 1989 — 525; 2002 — 641; 2010 — 725 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (1‑се Серафимов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бишенде исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Оло Бишенде, Урта Бишенде булараҡ билдәле булған. 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар, 1760 й. ш. уҡ даруғаның Байлар улусы башҡорттары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 18 б. 2‑се ярт. Түб. Бишенде а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 265 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 785 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауылда улус идараһы урынлашҡан; 2 мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек теркәлгән. Рен.А.Вәлиуллин, Рифғәт А.Вәлиуллин ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019