Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ГӨЛӨМ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 402

ҮРГЕ ГӨЛӨМ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ямғырсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 81 км алыҫлыҡта Теләүмәт й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 445 кеше; 1920 — 585; 1939 — 526; 1959 — 388; 1989 — 218; 2002 — 226; 2010 — 218 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб,мәсет бар.

Ауылға 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Муллағәләм исеме м-н (указлы мулла исеменән, уның улы Әбделвәхит Муллағәләмов билдәле) мишәрҙәр нигеҙ һала. 1858 й. бында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ҡуғанаҡбаш а. типтәрҙәре күсеп ултырған. 1865 й. 40 йортта 249 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. аҙ. Түб. Гөлөм бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң (60‑сы йй. тиклем булған), хәҙ. исемен алған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019