Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ӘБДРӘШ, Әбйәлил р-нындағы ауыл

Просмотров: 384

ҮРГЕ ӘБДРӘШ, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 56 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 213 кеше; 1939 — 167; 1959 — 232; 1989 — 425; 2002 — 440; 2010 — 458 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Әбдрәш а. (Түб. Әбдрәш) кешеләре хәҙ. исем м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Нуғай булып теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019