Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ӘБСӘЛӘМ, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 369

ҮРГЕ ӘБСӘЛӘМ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 667 кеше; 1920 — 419 (Түб. Әбсәләм а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 87; 1959 — 68; 1989 — 65; 2002 — 98; 2010 — 103 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әбдүсәләм исеме (тәүге төпләнеүсе Әбдүсәләм Әбүталипов исеменән) м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 13 йортта 103 кеше йәшәгән, 1865 й. 73 йортта — 432 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Әбсәләм булараҡ теркәлгән; мәсет, мануфактура кибете булған. 20 б. 20‑се йй. Түб. Әбсәләм бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019