Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ӘРМЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 515

ҮРГЕ ӘРМЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Әрмет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Кесе Әрмет й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 696 кеше; 1920 — 830; 1939 — 1086; 1959 — 853; 1989 — 568; 2002 — 534; 2010 — 382 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түб. Әрмет урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. 30-сы йй. алып билдәле. 1747 й. һәм 1754 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Ү.Ә. типтәрҙәр килеп ултырған (улар һуңынан Юрматы улусының башҡа ауылдарына күсеп киткән). 1795 й. 19 йортта 103 кеше йәшәгән, 1865 й. 26 йортта — 289 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. 30‑сы йй. 19 б. уртаһында нигеҙләнгән Урта Әрмет а. (1920 й. 678 кеше иҫәпкә алынған) м-н ҡушылған. З.Ғ.Ғәбиҙуллин, Ф.Ғ. Мырҙаҡаев ошо ауылда тыуған.

Н.Ғ.Фәйзуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019