Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ӘҮРЕЗ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 362

ҮРГЕ ӘҮРЕЗ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Түб. Әүрез а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Шафран т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Әүрез й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 638 кеше; 1920 — 838; 1939 — 521; 1959 — 478; 1989 — 138; 2002 — 124; 2010 — 99 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1765 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Әүрезбаш исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 91 йортта 565 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019