Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ИВАНАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 536

ҮРГЕ ИВАНАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 509 кеше; 1920 — 431; 1939 — 440; 1959 — 451; 1989 — 320; 2002 — 295; 2010 — 296 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1641 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар Иванай исеме м‑н нигеҙ һала. 1710 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мариҙарҙың яңы төркөмө күсеп ултыра. 18 б. аҙ. бөтә күскенселәр типтәрҙәр ҡатламына күсә. 19 б. уртаһында Яңы Иванай бүлендек ауылы (хәҙ. Түб. Иванай) барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. 1795 й. 188 кеше йәшәгән, 1865 й. 48 йортта — 238 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Я.Н.Мөниров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019