Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ, ауыл, Илеш р‑ны үҙәге

Просмотров: 699

ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ, ауыл, Илеш р‑ны (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Йәркәй а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнб. 160 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 102 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында, Мәскәү—Өфө, Баҡалы—Үрге Йәркәй, Шаран— Яңы Балтас—Андреевка автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,5; 1920 — 1,1; 1939 — 1,8; 1959 — 2,6; 1989 — 8,4; 2002 — 9,3; 2010 — 9,7 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Аграр‑технологик колледж, 3 урта (ш. иҫ. Үрге Йәркәй урта мәктәбе №1) һәм музыка мәктәбе, коррекция мәктәп‑интернаты, 8 балалар баҡсаһы, балалар ижад үҙәге, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт һарайы (7 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), 2 ДЮСШ, ат спорты һәм физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, балалар китапханаһы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, М.Гәрәев музейы, мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. — 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ялан исеме м‑н нигеҙ һала, һуңыраҡ Йәркәй тип (тәүге төпләнеүсе Йәркәй Йәнсурин исеменән) аталған. 1718 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 1795 й. 55 йортта 318 кеше йәшәгән (ш.уҡ мишәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған). 1816 й. ҡарата ш. уҡ керҙәш башҡорттар күсеп килә. 1865 й. 132 йортта 1014 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 2 тирмән, почта бүлексәһе, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 1917 й. Түб. Йәркәй бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. С.З.Лоҡманов, М.Ғ.Сираев, М.Б.Ямалов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ә.Ғафаров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019