Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ИҘӘК, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 397

ҮРГЕ ИҘӘК, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҙәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 426 кеше; 1920 — 462; 1939 — 381; 1959 — 344; 1989 — 450; 2002 — 508; 2010 — 558 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Уҫылы‑Мең улусы башҡорттары Иҙәкбаш исеме м‑н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1756 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында ш. уҡ даруғаның Иҫке Иҙәк а. яһаҡлы мариҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен ала. 1865 й. 29 йортта 190 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.Ғ.Сәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019