Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ҠАНҺӨЙӘР, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 392

ҮРГЕ ҠАНҺӨЙӘР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тусыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 709 кеше; 1920 — 811; 1939 — 656; 1959 — 479; 1989 — 296; 2002 — 274; 2010 — 211 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1858 й. араһында Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Ҡанһөйәр а. (хәҙ. Түб. Ҡанһөйәр а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ ауылдың типтәрҙәре килеп ултыра. 1865 й. 76 йортта 472 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, сауҙа кибете теркәлгән.

Я.Н.Мөниров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019