Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ҠОҘАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 602

ҮРГЕ ҠОҘАШ, Ҡ о ҙ а ш, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Ҡоҙаш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 1045; 1939 — 800; 1959 — 813; 1989 — 1001; 2002 — 913; 2010 — 789 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, 2 мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. алып Ҡоҙаш исеме м‑н билдәле. 1795 й. (хәҙ. исемдә) 21 йортта 148 кеше йәшәгән, 1865 й. 96 йортта — 580 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 90‑сы йй. Ү.Ҡ. Түб. Ҡоҙаш а. (1795 й. тиклем нигеҙләнгән) м‑н хәҙ. исемде йөрөткән бер ауылға ҡушылған. Ә.С.Хәйҙәров, Д.Х.Хунафина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019