Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ ҠЫЙҒЫ, ауыл, Ҡыйғы р‑ны үҙәге

Просмотров: 464

ҮРГЕ ҠЫЙҒЫ, ауыл, Ҡыйғы р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Үрге Ҡыйғы а/с үҙәге. Өфөнән Т.-Көнс. 294 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында, Малаяҙ—Үрге Ҡыйғы— Яңы Балаҡатай—Үңкерҙе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 3,2; 1920 — 3,6; 1939 — 4,2; 1959 — 4,0; 1989 — 6,1; 2002 — 6,9; 2010 — 6,6. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, 2 урта мәктәп, ш. иҫ. Үрге Ҡыйғы лицейы, балалар сәнғәт мәктәбе, пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, ДЮСШ, 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт һарайы (2 үҙешмәкәр халыҡ коллективы, ш. иҫ. “Умырзая”), балалар китапханаһы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

Ауылға 1703 й. керҙәшлек килешеүе (1710 й. рәсмиләштерелгән) б‑са Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) һәм мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 46 йортта 327 кеше йәшәгән, 1865 й. 273 йортта — 1343 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, ылаусылыҡ [Златоуст (Косотур) заводына мәғдән, суйын ташығандар] м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 мәсет, 3 училище, почта станцияһы, 2 һыу тирмәне, 30 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 3 мәсет, 3 мәҙрәсә, 2 класлы министрлыҡ мәктәбе, почта бүлексәһе, фельдшер пункты, 2 мануфактура һәм 7 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр булған. 1919—22 йй. Дыуан‑Ҡошсо кантонының адм. үҙәге. А.М.Баһауетдинов, К.С. Баймөхәмәтов, А.С.Биксурин, Радик М.Бәширов, Рив М.Бәширов, Р.М.Ғарипов, Х.Кәрим, Ш.М.Сафин, З.Д.Сөнғәтуллина, Б.М.Сәхәүетдинов, М.Н. Сәхәүетдинова, Р.З.Хәкимйән, В.Ғ.Хәсәнова, Ф.В.Шаһимәрҙәнов, Р.Р. Әхмәҙиева ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019