Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ МӘМБӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 440

ҮРГЕ МӘМБӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 200 кеше; 1920 — 379; 1939 — 154; 1959 — 183; 1989 — 145; 2002 — 180; 2010 — 162 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аҡморон урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1816 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Мырҙаҡай, Йомаш, Ярат аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәмбәт исеме (тәүге төпләнеүсе Мәмбәт Әбдрәшитов исеменән) м‑н нигеҙ һала. 1866 й. Мәмбәттә (Аҫыл а.; йорт старшинаһы Аҫыл Һөйөндөков исеменән, тип фараз ителә) 50 йортта — 271 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ һәм игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. Кесе (Түб.) Мәмбәт бүлендек ауылы (20 б. 70‑се йй. тиклем булған) барлыҡҡа килгәндән һуң, Оло Мәмбәт булараҡ иҫәпкә алынған, 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1931—56 йй. ауылда 46‑сы Баймаҡ йылҡысылыҡ з‑дының бүлексәһе урынлаша. Й.Т.Һөйөндөков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019