Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ МӨРСӘЛӘЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 398

ҮРГЕ МӨРСӘЛӘЙ, Д ө м б ә й, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Күгәрсен а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 140 кеше; 1920 — 125; 1939 — 144; 1959 — 178; 1989 — 93; 2002 — 131; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы Мөрсәләй а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үрге Мөрсәләй исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1900 й. мәсет теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019