Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 571

ҮРГЕ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 28 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 262 кеше; 1920 — 341; 1939 — 368; 1959 — 420; 1989 — 566; 2002 — 549; 2010 — 490 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Муйнаҡ исеме м‑н нигеҙ һала, 1761 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1707 й. алып) билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Муйнаҡ Сөләймәнов исеме м-н аталған. 18 б. 2‑се ярт. Түбәнге, Урта, Кесе Муйнаҡ аа. барлыҡҡа килгәндән һуң Оло Муйнаҡ булараҡ теркәлгән. Шулай уҡ Туп Муйнаҡ, Ҡужалған исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 10 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 й. 79 йортта — 365 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. тирмән теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019