Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ СЕРЕККҮЛ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 432

ҮРГЕ СЕРЕККҮЛ, Илеш р‑нындағы ауыл, Сереккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 6 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 113 км алыҫлыҡта Иҫәнйылға й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 852 кеше; 1920 — 1034; 1939 — 874; 1959 — 601; 1989 — 392; 2002 — 415; 2010 — 402 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Ҡазан даруғаһы Йылан улусы Сереккүл а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 22 йортта 133 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 242 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ мәҙрәсә теркәлгән. Х.М.Ҡәйүмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019