Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ СӘЙЕТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 465

ҮРГЕ СӘЙЕТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Баҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 811 кеше; 1920 — 845; 1939 — 581; 1959 — 318; 1989 — 249; 2002 — 253; 2010 — 242 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сәйет исеме м-н нигеҙ һала. 18 б. 30—40‑сы йй. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Пенза һәм Тамбов провинцияларынан яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 18 б. уртаһында Түб. Сәйет бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. 18 б. аҙ. ш. уҡ мишәрҙәр иҫәпкә алынған (килешеүҙәр 1816 й., 1818 й., 1825 й. рәсмиләштерелгән). 1795 й. 21 йортта 121 кеше йәшәгән, 1865 й. Ү.С. 88 йортта — 368 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019