Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ СӘЛИМ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 401

ҮРГЕ СӘЛИМ, С ә л и м, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 63 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 364 кеше; 1939 — 106; 1959 — 219; 1989 — 214; 2002 — 187; 2010 — 174 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Матрай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙе Түңгәүер улусы Сәлим а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә хәҙ. исемдәге бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Үрге һәм Түб. Сәлим (20 б. 60-сы йй. тиклем булған) аа. халҡы бергә иҫәпкә алынған. А.Ш.Ярмуллин, С.Ш.Ярмуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019